И Рамаҙан – нурлы ай,
Йәнгә ғәзиз ул шулай!
Мәрхәмәтле, оло ай,
Мең сауапҡа тулы ай! – тип, изге айҙы данлай Зөлфиә Ханнанова. Әле ер йөҙөндә лә, күк есемендә лә ижадсыларҙы ғына түгел, бөтә кешелекте илһамландырыр, йөрәктәрҙе паклап, фиғелебеҙҙе тәрбиәләр Рамаҙан айы хакимлыҡ итә.