Трайфл "СНИКЕРС"

Опубликовано: 16 Июль 2026
на канале: Уңған килен Унган килен
79
3

#Уңған_килендән_видеорецепттар
#видеорецепты_от_Унган_килен

Бисквит:
📌1 йомортҡа
📌200 г шәкәр
📌75 мл һөт
📌75 мл көнбағыш майы
📌190 г он
📌45 г какао
📌200 мл ҡайнар һыу
📌1/4 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
📌1/4 балғалаҡ сода

Крем:
📌500 г һарҡытылған ҡаймаҡ (20%)
📌200 мл һөт өҫтө (сливки, 33%)
📌100-140 г шәкәр пудраһы

Ганаш:
📌2 ҡап шоколад (минең Альпен Голд)
📌100 мл һөт өҫтө (сливки, 33%)
📌арахис (100-150 г)

Был ингредиенттар 22 см диаметрындағы 2 формаға етә🙏

1️⃣Бисквит бешерәбеҙ. Айырым һауытта ондо, соданы, ҡамыр йомшартҡысты ҡушырға.
2️⃣Көнбағыш майы менән шәкәрҙе туғырға, йомортҡа һытырға, һөт өҫтәргә.
3️⃣Ҡоро ингредиенттарҙы иләп ҡушырға.
4️⃣Какаоны ҡайнар һыуҙа болғатырға, ҡамырға ҡушырға.
5️⃣Пергамент ҡағыҙы түшәлгән листҡа ҡамырҙы тигеҙләп йәйергә. 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 20 минут бешерергә.
6️⃣Бисквит һыуынғансы, крем өсөн һарҡытылған ҡаймаҡты, һөт өҫтөн, шәкәр пудраһын бергә ҡушып, 2 минут дауамында туғырға.
7️⃣Бисквитты ҡул менән ваҡларға ла формаларға тигеҙләп йәйергә.
Өҫтөнә мул ғына итеп крем һыларға. 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
8️⃣Ганаш өсөн шоколад менән һөт өҫтөн (сливки) ҡайнар пар (водяная баня) өҫтөнә ҡуйырға, шоколад ирегәнсе болғатып торорға. Аҙаҡ арахис ҡушырға. Ганаш әҙерәк һыуынырға тейеш (һөт өҫтө (сливки) урынына ябай һөт ҡушырға ла була, ҡуйылығын үҙегеҙ самалағыҙ).
9️⃣Десертты ганаш менән ҡапларға. 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Тәмләп сәй эсергә лә ваҡыт.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

#десерт #трайфл #сникерс #трайфлсникерс #десерты_от_унган_килен #шоколадныйбисквит #сметанныйкрем #ганаш #шоколадныйганаш #уңған_килен #унган_килен #уңған_килендән_рецепттар #башҡортса #башҡортсарецепттар #аш_һыу #тәмледонъя #башҡортфудблогеры