ҘУР БӘЛЕШ. ЗУР БЭЛЕШ. ЗУР БЕЛЯШ

Опубликовано: 20 Июнь 2026
на канале: Уңған килен Унган килен
284
10

#Уңған_килендән_видеорецепттар
#видеорецепты_от_Унган_килен

✔️Ҡамыр өсөн:
📌150 г аҡ май (иретелгән)
📌150 мл йылы һөт
📌ярты балғалаҡ тоҙ
📌2 аш ҡалағы көнбағыш майы
📌он

✔️Эслек өсөн:
📌0,5 - 1 кг ит (ҡош ите менән бигерәк татлы була бәлеш)
📌0,5 - 1 кг бәрәңге

📌2 баш һуған
📌әҙерәк аҡ май
📌тоҙ, борос

Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлергә. Иң ҙурын йәйеп, табаға һалырға. Уға эслекте бушатып, икенсе өлөшө менән ҡапларға, остарын тоташтырырға. Тағы ла бәләкәй йәймә менән видеолағыса бәлештең өҫтөн биҙәргә. Бәлештең уртаһындағы тишекте йомроҡас менән ҡапларға.
190 градусҡаса ҡыҙған мейестә 1,5-2 сәғәт бешерергә.
1,5 сәғәттән һуң бәлеште сығарырға, өҫтөндәге "ҡапҡасын" асып, ярты стакан ҡайнар һыу(уға ҡаҙ майын ҡушып ебәрһәң дә була) йәки һурпа ҡойорға. Бәлештең өҫтөн аҡ май менән һылап сығырға (ҡамыры ҡаты булмаҫ). Бәлеште фольга менән ҡаплап, йәнә 30 минут бешерергә.
Байрам табынының биҙәге булырҙай татлы, һутлы ла ҙур бәлеш әҙер. Аштарығыҙ тәмле булһын!
________________
✔️Тесто:
📌150 г растопленного сливочного масла
📌150 мл теплого молока
📌2 ст.л. раст.масла
📌0,5 ч.л. соли
📌мука (сколько возьмет тесто)

✔️Начинка:
📌0,5 - 1 кг мяса
📌0,5 - 1 кг картофеля
📌2 лука
📌немного слив.масла
📌соль, перец

Тесто разделить на 3 части. Первый, самой большой, раскатать в тонкий пласт, накрыть им форму для выпечки (края должны свисать).
Выложить начинку. Поднять края теста.
Сверху закрыть крышкой, края защипать. Верх бэлеша
можно украсить еще одним пластом теста (как на видео).
Сделать дырочку посередине, закрыть пробкой.
Выпекать при 190 градусах 1,5-2 часа.
За полчаса до готовности бэлеш достать, открыть пробку и налить туда примерно полстакана горячей воды или бульона.
Верх бэлеша смазать растопленным сливочным маслом (так тесто будет мягким), накрыть фольгой и выпекать еще полчаса.
Сочный, ароматный зур бэлеш готов! Приятного аппетита!

#уңған_килен #унган_килен #ҙурбәлеш #зурбэлеш #пирог #рецептпирога #башҡорттар #башкиры #татары #башҡортфудблогеры #башкирскийфудблогер #готовимдома #рецептынакаждыйдень #кулинар #хозяйка #башкухня